Сегодня: 22.12.2024
6+
Регистрация
Вход на сайт


Главная » Методическая копилка » Блоги


Дуҫлыҡ ҡәҙере урок по башкирскому языку

СКАЧАТЬ (28.5 Kb) 17.04.2022, 12:53
Миннибаева Розалия Магавиевна
учитель башкирского языка и литературы, МОБУ ООШ с.Старотураево, Ермекеевский район
Тема: Дуҫлыҡ ҡәҙере
Маҡсат: 1) Дуҫлыҡ темаһын ҡабатлау,;
2) Һөйләү телмәрен үҫтереү, һүҙлек байлығын арттырыу;
3) Уҡыусылар араһында дуҫлыҡ хисе тәрбиәләү.

Бурыстар:
Белем биреү бурыстары
• Уҡыусыларҙы хатаһыҙ эшләргә өйрәтеү;
• Универсаль уҡыу эшмәкәрлеген формалаштырыу;
• Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен дөрөҫ әйтергә өйрәтеү.
Үҫтереү бурыстары
• Һүҙлек запасын байытыу;
• Коммуникатив компетенцияны үҫтереү;
• Һөйләү телмәрен үҫтереү.

Тәрбиәүи бурыстар:
• Коллективта эшләргә өйрәтеү;
• Уҡыусыларҙа дуҫлыҡ хисе тәрбиәләү.

Көтөлгән һөҙөмтәләр:
Предмет УУЭ һөҙөмтәләре: тема буйынса һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәрҙе ҡабатлау, уларҙы бәйләнешле телмәрҙә ҡулланыу.

Метапредмет (предмет-ара) УУЭ һөҙөмтәләре:
а) регулятив: уҡытыусы менән берлектә дәрес темаһын, маҡсатын билдәләргә күнегеү, булған белемдәрен барлау, баһалау, системаға һалыу;
б) танып белеү: өлгө буйынса эш итә белеү;
в) коммуникатив: темаға ҡарата бәйләнешле текст төҙөй белеү, үҙ-ара аралашыу, төркөмдә хеҙмәттәшлек итә белеү, алған белемдәрҙе тормошта ҡуллана белеү.
Шәхси УУЭ һөҙөмтәләре: үҙаллылыҡ сифаттары үҫтереү, төркөмдә эшләй белеү күнекмәләре булдырыу.
Йыһаҙландырыу: компьютер, проектор, экран, презентация материалдары, дәреслек, таратма материал.

Дәрес барышы
1. Ойоштороу мәле: Психологик атмосфера ситуацияһын тыуҙырыу.
Хәйерле иртә, һаумыһығыҙ, уҡыусылар, килгән ҡунаҡтар! Мин һеҙҙе күреүемә бик шатмын!
Уҡыусылар, тағы бер ғәжәйеп матур, гүзәл көн тыуҙы. Ошо йәмле иртәгә, мату ркөнгә ҡарап, үҙебеҙгә көс, дәрт, илһам алайыҡ. Бер-беребеҙгә йылмайып, уңыштар теләп бөтәбеҙҙе сәләмләйек тә, дәресте башлайыҡ.
Хәйерле көн, һул күршем,
Хәйерле көн, уң күршем,
Хәйерле көн, дуҫтарым!
Хәйерле көн ,ҡунаҡтар!
Башлана дәресебеҙ,
Ун булһын һәр эшебеҙ
- Әгәр һеҙ һәр иртә ошолай бер - беребеҙҙе сәләмләп ҡаршылаһағыҙ, һәйбәт кешеләр булып үҫерһегеҙ.
Яйлап ҡына ултырабыҙ ҙа бер хикәйәт тынлаыйыҡ.
Борон – борон заманда бер бейек тауҙа бер ғаилә йәшәгән. Улар бик ярлы булған. Бер төндә уларҙың ишеген өс кеше шаҡыған. Өйҙәре бәләкәй булғас хужа уларға: Берегеҙ генә инегеҙ өйөм бик бәләкәй минең тигән һәм Һеҙ кемдәр һуң тип һораған. Беҙ Дуҫлыҡ, Бәхет, Байлыҡ тигәндәр улар. Һин ҡайһыбыҙҙы саҡырһаң шул инер тигәндәр. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, хужа өйөнә кемде саҡырған икән?( Дуҫлыҡты)
Ни өсөн дуҫлыҡты саҡырған?
Дуҫлыҡ өйөнә ингәс, ғаиләгә бәхет тә байлыҡ та килгән. Был ысынлап та шулай дуҫлыҡ булған ерҙә- бәхет, бәхет булһа, байлыҡ та була.
Тимәк, уҡыусылар, беҙ бөгөн нимә тураһында һөйләшербеҙ икән?
- Бөгөнгө дәресебеҙҙен темаһы Дуҫлыҡ тураһында. Беҙ уны Дуҫлыҡ ҡәҙере тип алайыҡ.
- Бик яҡшы, ә ниндәй маҡсаттар ҡуярбыҙ икән?
-беҙ бөгөн дәрестә дуҫлыҡ тураһында күбрәк белергә,
-ошо темаға ҡағылышлы һүҙҙәр менән танышырға,
- дуҫлыҡ ҡәҙерен белергә өйрәнеү.
- Бер – беребеҙ менән дуҫ, татыу йәшәргә кәрәклеген тағы ла бер ҡат иҫкә алырбыҙ.
-Әйе, уҡыусылар, шулай уҡ беҙ һеҙҙен менән яҙыусы Айһылыу Йәғәфәрованың «Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар» әкиәтен уҡып, үҙебеҙ яҡшы дуҫ була алабыҙмы, юҡмы икәнен аңларға тырышырбыҙ.

2. Тема өҫтөндә эш
Һорауҙарға яуап биреү.
Дуҫ, дуҫлыҡ тибеҙ.
- Ә нимә ул дуҫлыҡ ? ( фекерҙәрен тыңлау)
- Бер – берен менән нисек йәшәргә кәрәк?( дуҫ йәшәргә)
- Дуҫлыҡ булһа эш нисек бара?( ыңғай бара)
- Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлегендә дуҫлыҡҡа бына нисек аңлатма бирелгән. Дуҫлыҡ – ул ике кеше араһында яҡын, йылы, ышаныслы мөнәсәбәт.(108-се бит) Мөнәсәбәт – ул отношение.
- Дуҫлыҡ һүҙе рус теленә нисек тәржемә ителә? Ә ингиз теленә нисек тәржемә ителгәнен беләһегеҙме?
Төркөмдә эшлү- Ә дуҫ ул ниндәй булырға тейеш? Эйе, дуҫлыҡ – ҙур төшөнсә. Ысын дуҫлыҡ ауырлыҡтарҙы еңергә көс бирә, йәшәүгә йәм өҫтәй. Ысын дуҫ һәр саҡ ярҙам итә, һинең менән бергә шатлығыңды ла, ҡайғыңды ла уртаҡлаша. Класташың, ата-әсәйең, һиңә ышанған кеше дуҫ була ала. Иң мөһиме – һин үҙең ысын дуҫ, иптәш булыр өсөн тырышырға тейешһең. Дуҫлыҡ ғаиләлә башлана.
Ысын дуҫ ниндәй булырға тейеш һун? Ошоно асыҡлар өсөн әҙ генә ярышып алайыҡ. Һеҙҙен алда ысын дуҫ һәм ялған дуҫҡа туры килгән сифаттар яҙылган һүҙҙәр ята. Һеҙ ошо һүҙҙәрҙен үҙегеҙгә генә тура килгәндәрен һайлап алығыҙ һәм дөрөҫ итеп уҡырға әҙерләнегеҙ. (Уҡыусыларға Ысын дуҫ, ялған дуҫ тигән яҙыуларҙы бирәм, улар тейешле һүҙҙәрһе йыйалар)
Ярҙамсыл - заботливый тоғро – верный аҡыллы- умный икейөҙлө - двуличный ышаныслы - надежный тәртипле - примерный
алдаҡсы - врун көнсөл – завистливый ышанырға ярамай торған - нельзя доверять, тотанаҡһыҙ- неуравновешенный
Иң мөһиме – һин үҙең ысын дуҫ, иптәш булыр өсөн тырышырға тейешһең.
Балалар һәр кешенең яҡын дуҫы була. Әйҙәгеҙ әле һеҙҙең яҡын дуҫтарығыҙ менән танышайыҡ.( -Уҡыусылар, хәҙер беҙ парлашып дуҫлыҡ тураһында диалог төҙөйәсәкбеҙ. (Диалог төҙөү)
-Кемдәр уҡып ишеттерергә теләй?
- Һинең дуҫың бармы?
- Эйе, минең дуҫым бар.
- Уның исеме нисек?
- Уның исеме ….
- Ул нисәнсе класта уҡый?
... ... класта уҡый?
- Һеҙҙең дуҫтарығыҙ булыуға мин бик шатмын.
Балалар, дуҫлыҡ элек – электән үк кешене битараф ҡалдырмаған. Кешеләр дуҫлыҡ, берҙәмлек тураһында мәҡәлдәр уйлап сығарғандар. Һеҙ дуҫлыҡ тураһында ниндәй мәҡәлдәр беләһегеҙ?
Балаларҙан мәҡәлдәр әйттереү. Бик яҡшы, мин хәҙер һеҙгә мәҡәлдәр яҙылған карточкалар бирәм, ә һеҙ уның аҙағын яҙып бөтөрөрһөгөҙ.(дәфтәрҙә эш)
Ҡош ҡанаты менән... дуҫһыҙ ҡалыр
Дуҫың булмаһа эҙлә... кеше дуҫлыҡ менән көслө
Балыҡ һыуһыҙ.... тапһаң юғалтма
Күп дуҫ эҙләгән кеше дуҫһыҙ тора алмай
Эштәрҙе тикшереү. (берәмләп уҡыу)
Ял минуты
Бер – тиһәм, һикереп торам,
Икелә ҡолас йәйәм
Өс тигәндә ҡул сабам
Дүрт – бөйөргә тайанам
Биш тиһәм тыпырлатам
Һай бейергә яратам
Бик күнелле ял иттек, ә хәҙер матур итеп ултырҙыҡ.
- Нисек уйлайһығыҙ, дуҫлыҡ ул кешеләр араһында ғына буламы?
Дөрөҫ. Ә хәҙер беҙ һеҙҙен менән Айһылыу Йәғәфәрованың «Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар» тигән әҫәре менән танышабыҙ.
Айһылыу Йәғәфәрова Әбйәлил районында тыуған. Ул кескәй балаларға һәм мәктәп уҡыусыларына шиғырҙар,әкиәттәр,хикәйәләр яҙа. Унын 15-тән ашыу китап йыйынтығы баҫтырылған. Тәүге шиғырын яҙғанда уға ни бары 5 йәш кенә була. Шулай уҡ рус әҙәбиәтенең бөйөк шағиры А.С.Пушкиндың әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә итеү менән шөғөлләнә. Бана бирелә унун бернисә китабы. Дәрес һунында алып ҡарарһығыҙ.
Текст өҫтөндә эш.
Һүҙлек эше
ҡәҙерен белеү – ценить, знать цену
ҡурҡыныс – опасность
яҡлау - защищать
рәхәтләнеп көлөү – смеяться от души
ҡылыҡ - поступок
Һүҙҙәрҙе уҡыу, һүҙбәйләнештәр һәм һөйләмдәр төҙөү.
- Уҡыусылар, ютуб каналынан хәҙер ошо әкиәтте ҡарап үтәйек. Иғтибар менән тыңлап ултырығыҙ. Аңлашылмаған һүҙҙәрҙе билдәләп барығыҙ.
- Текст йөкмәткеһе буйынса һорауҙар.
-Әкиәт һеҙгә оҡшанымы?
Был әкиәттә нимәләр тураһында һүҙ бара
Ҡыҫҡағойроҡ һәм терпе тураһында
Ҡыҫҡағойроҡҡа әсәһе нимә тип әйткән була?
китаптан табып уҡып күрһәтегеҙ.
Ниндәй фәһем алдығыҙ? (Дуҫҡа ышанырға кәрәк.Уны һынап ҡарау кешене үпкәләтә.)
- Үҙаллы уҡыу.
- Рольләп уҡыу.

• Таҡтала һүрәт төшөрөү
Үҙаллы эш. Мин һорауҙар уҡыйым, һеҙ дөрөҫ яуап яҙылған карточканы табып күтәрәһегеҙ. Башланыҡ .
1. Әкиәттең авторы кем?
а) М. Кәрим
б) А. Йәғәфәрова
в) З. Биишева

2. Әкиәттеңгеройҙарын тап.
а) бүре, ҡуян
б) бесәй, терпе
в) ҡуян, терпе

3. Әкиәтнимәтураһында
а) ғаилә
б) дуҫлыҡ
в) мәктәп

4. Терпениндәйдуҫ?
а) ышаныслы, тоғро
б) алдаҡсы, ярҙамсыл
в) маҡтансыҡ, ҡыйыу

5. Ҡуянниндәйдуҫ?
а) тоғро, ҡыйыу
б) шаян, матур
в) ышанысһыҙ
Дуҫлыҡ әкиәттәрҙә лә бик күп сағыла, ниндәй әкиәттәр беләһегеҙ? (“Шалҡан”, “Тирмәкәй”, Айыу менән бабай”, “Төлкө менән ҡаҙ”, “Әтәс менән ҡуян” һ.б.)
• Бер-берең менән дуҫ йәшәргә кәрәк, ауыр саҡта ярҙам ҡулын һуҙырға кәрәк.
• Шиғыр яҙыу
• Ин яҡын ... кешем
• ул - минен ... дуҫым
• Авыр... саҡтарҙа
• ул -... таянысым

3. Ә хәҙер, уҡыусылар, ижади бирем. Дуҫлыҡ ағасы төҙөп ҡарайыҡ.
• Ағас – ул һеҙҙең синыф, ботаҡтарына дуҫлык өсөн мөһим булған сифаттарҙы яҙып сығаһыҙ, ә япраҡтарына бусифаттарға эйә булған синыфташтарығыҙҙың исемдәрен яҙаһыҙ. (Укучылар тарафыннан).
• Афариндар.
Рефлексия. Дәрескә һығымта эшләү.
-Үҙ эшегеҙ менән ҡәнәғәтһегеҙме?
Әйҙәгеҙ хәҙер дуҫлыҡ ҡағиҙәләрен ҡабатлайыҡ.
Кешене тыңлай белергә.
Кәрәк саҡта ярҙам итергә
Үҙеңде өҫтөн ҡуймаҫҡа
Шат күңелле булырға...
Әкиәттәге ҡуян балаһы кеүек булмайыҡ.

Дәрестә актив ҡатнашыуығыҙ өсөн рәхмәт.
Дәрестә мин ……………… белдем.
Мин …………………….. өйрәндем.
Миңә ………………….... оҡшаны.
Бөгөнгө дәресебеҙ хәтерҙә ҡалһын өсөн ошонда ҡуйайыҡ

4. Баһалау.

5. Өй эше Өй эше итеп мин һеҙгә һайлап алырға 3 төрлө эш бирәм.

1. “Минең яҡын дуҫым” темаһына хикәйә төҙөргә.
2. Дуҫтар һүзенә ребус, кроссворд төҙөргә.
3.«Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар» әкиәте буйынса һорауҙарға яуап бирергә.
Дәресте шиғри юлдар менән теүәллиһем килә
Дуҫ йәшәргә кәрәк ер йөҙөндә
Дуҫтар кәрәк һәр кешегә
Дуҫлыҡ булһа, йәшәү күңелле
Ыңғай була һәр бер эшең дә.
Эштэрегеҙ ун булһын


Категория: Блоги | Добавил: rozaminnibaeva
Просмотров: 892 | Загрузок: 34 | Рейтинг: 0.0/0

Понравился материал? Оставьте свой комментарий ;)
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *:
Каталог

Я - Учитель!


Конкурсы
XIV Всероссийский творческий конкурс "Волшебница-Зима"
XI Всероссийский творческий конкурс "Марш ёлочных игрушек"
XXIV Всероссийском конкурсе профессионального мастерства "Педагог-профессионал: от идеи к практике"
XV Всероссийский творческий конкурс "Фантазия и творчество"
XIV Всероссийский творческий конкурс про животных "Дикие, домашние и очень-очень важные"
IX Всероссийский творческий конкурс "Совушка - умная головушка"
Всероссийский творческий конкурс "Змейка - 2025"
XIII Всероссийский творческий конкурс "Мультпарад"


© 2012 - 2024 Международное сообщество педагогов "Я - Учитель!"

Я - Учитель!
------------------------------
О проекте
.............................................
Обратная связь
.............................................
Отзывы о сообществе
.............................................
Баннеры, награды
.............................................
Образовательные сайты
.............................................
Реклама на сайте



Яндекс.Метрика

Свидетельство о регистрации СМИ: Эл №ФС77-54568 от 21.06.2013г. выдано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР).
Соучредители: ИП Львова Е.С., Власова Н.В.
Главный редактор: Львова Елена Сергеевна
info@pochemu4ka.ru
Тел. 89277797310
Информация на сайте обновлена: 22.12.2024

Сайт для учителей, воспитателей и педагогических работников.

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе законом РФ «Об авторском праве и смежных правах». Любое использование материалов с сайта запрещено без письменного разрешения администрации сайта.


Опубликовать разработку
................................................
Получить свидетельство
................................................
Создать портфолио
................................................
Создать блог
................................................

Партнеры сообщества:
---------------------------------
Конкурсы Рунета
.................................................
Детский портал "ПочемуЧка"
.................................................
Конкурсы "Любознайка"
.................................................
Мастерилкино
.................................................
ПедБлог